Өфөнөң Ленин районында Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡушыуы буйынса башланған йорт алды ишектәрен комплекслы ремонтлау республика программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Бөгөнгө көнгә ике йортта эштәр тамамланған - Достоевский урамы, 60 һәм М.Ғафури, 27/2. Ленин, 9/11, Гоголь, 55а, Достоевский, 68, Летчиктар, 4/3, Летчиктар, 5/1, Революция, 34, Карл Маркс, 32, Лётчиктар, 5/3, Летчиктар, 5/2, Летчиктар, 4/2, Әхмәтов, 302, Ғафури 27/1 адрестары буйынса ремонт дауам итә.
Ленин урамы, 9/11 һанлы алғы ишектәрен үҙгәртеү бөтөүгә табан бара. Бында эске эштәрҙе тамамлағандар, сиратта тамбур ишектәрен алмаштырыу. Интернет-провайдерҙар абонент кабелдәрен ҡороуға киләһе көндәрҙә тотонасаҡтар.
Достоевский урамындағы 68 һанлы йортта штукатуп-маляр эштәре дауам итә. Әле бер ыңғайҙан йорттоң барлыҡ алғы ишектәрен ремонтлайҙар. Йорт алдының икенсе ишегендәге эштәр бөтөүгә табан бара, диуарҙы буярға ғына ҡалған.
Гоголь, 55а буйынса подряд ойошмаһы тарафынан түбә таҡталарындағы һәм диуарҙарҙағы иҫке буяуҙар һәм ҡаплауҙар бөтөрөлгән. Әлеге ваҡытта биҙәклү эштәре алып барыла: диуарҙарҙы таҙарталар һәм буяуға әҙерләйҙәр.
Комплекслы ремонт үҙ эсенә тәҙрәләрҙе, почта йәшниктәрен алмаштырыу, кабель телевидениеһы операторҙары сымдарын һәм интернет-прповайдер кабель-каналдарын һуҙыу, металлы баҫҡыс рәшәткәләрен һәм тотҡаларын ремонтлау, кергән урынды, лифтты матурлау, энергияны һаҡлай торған яҡтыртҡыстарҙы элеү, йәшәүселәр һайлаған төҫтәргә диуарҙарҙы буяғандағы штукатур-маляр эштәре ингәнен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Сифат һәм эштәрҙең тамамланыуы тураһында һорауҙар тыуған мәлдәрҙә эштәрҙе алып барыусы капремонт буйынса Регоператорға (иғландар таҡтаһында телефоны күрһәтелгән) мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Регоператорҙың «ҡыҙыу йүнәлеш" телефоны 216-49-11.