Фольклор байрамы дауам итә.

Бөтә Донъя Фольклориадаһының сираттағы көнөнә арнап, "Беренсе Май" ял паркында Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының " Ош виче Сем" исемле марый халыҡ этнографик һәм "Нурсли" сыуаш халыҡ этнографик коллективтары сығыш яһаны

 Тамашасыларға улар был ике туғандаш халыҡтың боронғо йырҙарын йырлап ишеттерҙеләр. Аҙаҡ паркка йыйылған халыҡ ҙур экран аша Конгресс-Холл янындағы "Ватан" паркында барған ҙур тамашаны ҡараны. Һынлы сәнғәт һөйөүселәр ошонда уҡ символизм һәм сюрреализм жанрында ижад итеүсе рәссам Михаил Гладкихтың ҡул эштәре менән танышты һәм оҫтаның күргәҙмәгә ҡуйылған сувенирҙарын һатып алды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA