Таҙалыҡ - һәр кемдең эше

Бөгөн, 6 июлдә, урам-юл селтәрҙәрен таҙа тотоуға 21 берәмлек махсус техника һәм  Өфөнөң Ленин районы буйынса төҙөкләндереү хеҙмәтенең 26  юл хеҙмәткәрҙәре йүнәлтелде.

Бөгөн, 6 июлдә, урам-юл селтәрҙәрен таҙа тотоуға 21 берәмлек махсус техника һәм  Өфөнөң Ленин районы буйынса төҙөкләндереү хеҙмәтенең 26  юл хеҙмәткәрҙәре йүнәлтелде.
Коммуналь хеҙмәткәрҙәренең эш фронты  планға ҡоролған. Көн барышында К. Маркс урамының тротуарҙарын йыуыу планлаштырылған, ботаҡтар сығарыу Вагон, Достоевский , Пушкин, Рига урамдарында башҡарыласаҡ, Бауман урамында тупраҡ тейәләсәк.
М. Кәрим, урау юл һәм Алексеевский шоссеһында  үлән сабыу алып барыла. Соҡорҙарҙы ремонтлау  Революция урамы, 30 ойошторолған.
VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү барышында  үтәй алырлыҡ ярҙамды әүҙемселәр күрһәтә, улар "Өфө экологик отрядтары" ҡала  проекты сиктәрендә саралар үткән ерҙәрҙе таҙалауҙа ярҙамлаша. Әхмәт Дәүләтов исемендәге Өфө һөнәрселек һәм сервис колледжы, Өфө һатыу-иҡтисад колледжы, Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы, Өфө агросәнәғәт колледжы, Өфө дәүләт технолгия һәм дизайн колледжы, Башҡорт архитектура колледжы уҡыу йорттары  талиптары Коммунистик, Ленин, М. Кәрим, К Маркс, Гоголь, М. Ғафури урамдарын таҙартыуға булышлыҡ итәләр.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA