Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы башланды

Сара 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем уҙғарыла. Унынсы тапҡыр үткәрелгән акцияның маҡсаты — ауыр хәлгә тарыған балалар өсөн мәктәп кәрәк-ярағын йыйыу.

Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы башланды

Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады әйберҙәре яңы килеш ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт тотонолған булыуы мөмкин.

Мәктәп кәрәк-ярағын республика, ҡала һәм район халҡын социаль хеҙмәтләндереүсе комплекслы үҙәктәргә, ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәктәренә тапшырырға кәрәк.

Орджоникидзе районында Ғаилә хеҙмәте Ульяновтар урамы, 50 йорт адресы буйынса уранлашҡан. Эш режимы: дүшәмбе-кесе йома 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем; йома 16.45 сәғәткә тиклем, төшкө аш сәғәт 13.00-13.45. Телефоны +7 (347) 286-02-36.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA