Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы үтте

3 июлдә баш ҡалабыҙҙың «Өфө-Арена» боҙ һарайында VI CIOFF® Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы үтте.

3 июлдә баш ҡалабыҙҙың «Өфө-Арена» боҙ һарайында VI CIOFF® Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы үтте.

Ҙур һәм масштаблы ваҡиғала донъяның 37 иленән ижади коллективтар — барлығы 1100 артист ҡатнашты. Байрам ер, рух һәм фольклорға арналған бер нисә блокка бүленгән ине. Эпос геройҙары тамашасыларҙы башҡорт халҡының тарихы, легендалары һәм мифтары менән таныштырҙы. Республика, ҡабул итеүсе яҡ булараҡ, үҙенсәкле шоу тәҡдим итте.

VI CIOFF® Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында Рәсәйҙең һәм донъяның иң көслө кешеләренең береһе Эльбрус Ниғмәтуллин Урал батыр образын һынландырҙы.

Шулай уҡ сарала беренсе тапҡыр фольклориаданың гимны яңғыраны. Боҙ һарайы сәхнәһендә тантаналы композицияны Рәсәй йырсыһы Марина Девятова һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов башҡарҙылар.

Бынан тыш, тантанала Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина ҡатнашты.

Тамашаның үҙәгендә – республиканың йөҙөк ҡашы булған ике коллектив – Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре һәм «Мираҫ» йыр-бейеү ансамблдәре.

Фольклориаданы асыу тантанаһының рәсми өлөшөндә алып барыусылар Рәсәй Федерацияһының Президенты Владимир Путиндың ҡотлау телеграммаһын уҡынылар.

Шулай уҡ тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм CIOFF® Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы Президенты Филипп Боссан сығыш яһаны.

Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһында 500-ҙән артыҡ интеллектуаль яҡтылыҡ приборҙар, 800 квадрат метр светодиодлы экран, махсус эшләнгән уникаль механизмдар һәм автоматлаштырыу системалары, тиҫтәләгән заманса лазер видеопроекторҙар, 100 киловатт тауыш һәм башҡалар ҡулланылды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA