«Тулҡын» паркында фан-зона асыла

Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарылған ваҡытта Өфөлә өс фан-зона эшләйәсәк, шуларҙың береһе –Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркында.

«Тулҡын» паркында фан-зона асыла

Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарылған ваҡытта Өфөлә өс фан-зона эшләйәсәк, шуларҙың береһе –Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркында.

Сараларҙың трансляцияһы башланыр алдынан Ленин һәм Совет райондары артистары һәм һәүәҫкәр төркөмдәре яңыртылған комплекс сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ. Ошонда уҡ килеүселәр өсөн оҫталар күргәҙмәләре һәм мастер-кластар ойоштороласаҡ.

Әлеге ваҡытта сәхнәне биҙәү эштәре тамамланған, ул официаль фольклориада символикаһына ярашлы рәүештә эшләнелгән һәм «Тулҡын» паркы ландшафтына килешле тура килеп тора. Киләһе тәүлектәрҙә белгестәр телевизор экранын һәм тауыш ҡорамалдарын урынлаштырып ҡуйғас,улар 18:00 сәғәттән 23:00 сәғәткә тиклем ысын ваҡыт режимында сараларҙы тура бәйләнештә күрһәтәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA