Бөгөн 35-се уҡыу үҙәгендә «Һуғыш балалары» танытмаһын тапшырыу өсөн тантаналы сара үтте. Унда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары бала саҡтарына тура килгән 10 кеше танытмаға лайыҡ булды. Уларҙың һәр береһенең елкәһендә еңел булмаған тормош юлы, үҙ яҙмышы.
- Беҙҙең депутаттар тәҡдиме менән һеҙҙең үҙенсәлекле статус, үҙенсәлекле роль дәүләт документтары тарафынан нығытылған. Бөйөк Ватан һуғышы булған өсөн һеҙҙең быуын вәкилдәре тейешле баласаҡты күрмәнеләр. Ошо танытманы алғандан һуң һеҙ медицина учреждениеларына һәм социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына сиратһыҙ керә алығыҙ. Бынан тыш, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Хөкүмәт ҡарары менән өҫтәлмә финанслау табып Икенсе донъя һуғышы бөткән көн айҡанлы һеҙгә йыл да түләү ҡарарын ҡабул итте,- тине танытмалар тапшырған ваҡытта Рөстәм Марат улы.
Башҡортостан Республикаһының 29.03.2021. №389-3 «Башҡортостан Республикаһындағы һуғыш балалары тураһында» законына ярашлы, үҙенсәлекле статус 1927 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем осорҙа тыуған һәм һәр ваҡыт республика территорияһында йәшәгән граждандар өсөн тәғәйенләнде. Закондың маҡсаты - беҙ йәшәгән йәмғиәттең ҡарашын бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән граждандарға, оло быуын вәкилдәренә йүнәлтеү, шуның менән уларға хөрмәт күрһәтеү.
30.06.2021
1490