Волга дәүләт һыу транспорты универститетының Өфө филиалында 76 тамамлаусы күптән көтөлгән дипломдарын алдылар.

Волга дәүләт һыу транспорты универститеты Өфө филиалының 76 тамамлаусыһы Дәүләт сығарылыш имтихандарын уңышлы үтте һәм уларға бөгөн көтөп алынған дипломдарын тапшырҙылар. Ошондай тантаналы минутта йылғасыларҙы хупларға Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов, ФДЮБББУ “Волга дәүләт һыу транспорты универститеты” белем биреү эшмәкәрлеге буйынса проректор Вера Крайнова, Волга дәүләт һыу транспорты универститеты Өфө филиалының директоры Фәриҙә Әхмәҙиева, Бельск бассейны атаҡлы ветерандары, уҡытыусылар һәм курсанттар ата-әсәләре килделәр.

- 4 йыл элек һеҙ буласаҡ һөнәрегеҙҙе һайланығыҙ. Күптәрегеҙ ҡыҙыл диплом менән үҙҙәренең профессионализмын күрһәтте. Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов исеменән һеҙҙе уҡыуығыҙҙың тағы ла бер этабын үтеүегеҙ менән ҡотлайым. Һәр ҡайһыһығыҙ йылғалар буйлап ҡына түгел, диңгеҙҙәр ҙә гиҙәсәк. Барығыҙҙың да, һис шикһеҙ, алыҫҡа йөҙөү капитаны булғығыҙ киләлер, күптәрегеҙҙең был хыяла тормошҡа ашыр. Училище өмөттәрен аҡларһығыҙ тип ышанабыҙ. Уҡытыусылар биргән белем, ныҡлы белем байлығы булыр, ысын һөнәр эйәләре булырға ярҙам итер, - тип ҡотланы Мирхәт Закир улы.

- Быйылғы сығарылыш иҫәп буйынса күп түгел. Статистикаға ҡарағанда, былтыр яҡынса 150-200 кеше тамамлаған. Шуға ҡарамаҫтан, был сығарылыш ныҡ көслө һәм бер шартҡа эйә, сөнки 50 йыл элек беҙҙең сығарылыш тарафынан бында тирәктәр ултыртылған, - тине филиал етәксеһе Фәриҙә Шәрип ҡыҙы.

Беренсе сығарылыш уҡыусыларының изге эшен Йылға училищеһын әле тамамлаған курсанттар ҡабатланы. Улар үҙҙәренең оло тормошҡа алып барған юлдарын пирамидаль тирәктәр ултыртыу менән башлап, ике ныҡ мөһим сараны берләштерҙеләр – тридицияға һалынған бүләк һәм туған филиал территорияһын йәшелләндереү. Уҡыуҙы тамамлап күптәре илебеҙҙең һәм ер шарының төрлө төбәктәренә тараласаҡ, шуға ла, ағастар ултыртып, улар үҙҙәре тураһында иҫтәлектәр һәм үҙ өлөштәрен был уҡыу йортонда ҡалдыралар.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA