Өфө Хакимиәте һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ үҙ-ара бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙылар

25 июндә Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов ҡала хакимиәте һәм университет араһында үҙ-ара бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙылар.

25 июндә Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов ҡала хакимиәте һәм университет араһында үҙ-ара бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙылар.

Хеҙмәттәшлектең маҡсаты – Өфө уҡыу-уҡытыу системаһын һөҙөмтәле үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, уның сифатын һәм һәр кем өсөн мөмкин булыуын арттырыу, педагогик кадрҙар менән тәьмин итеү, тәжрибә һәм иң яҡшы педагогик практикалар менән алмашыу, балалар һәләтен, һөнәри йүнәлеш биреүҙе үҫтереү, практик-йүнәлешле педагогик белем биреү системаһын ойоштороу, психологик-педагогик кадрҙарҙы әҙерләү маҡсатҡа ярашлы, университеттың ҡала мәғариф ойошмалары менән һөҙөмтә бирә торған хеҙмәттәшлеге формаларын һәм методтарын яҡшыртыу.

Сергей Греков билдәләп үтеүенсә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – илдең алдынғы педагогик юғары уҡыу йорто:

- Килешеү баш ҡалала белем дәрәжәһен арттырыу мөмкинлеге бирәсәк, тип ышанам.

Салауат Сәғитов, үҙ сиратында, университет ҡаланың уҡыу-уҡытыу системаһын үҫтереүҙә ярҙам итергә әҙер, тип ышандырҙы.

Килешеү нигеҙендә белем биреү ойошмаларының уҡытыусылар составы компетенцияһы дәрәжәһен һәм уҡыусыларҙың белем дәрәжәһен арттырыу маҡсатынан, база мәктәптәре һәм балалар баҡсалары билдәләү ҡарала. Хәҙерге ваҡытта вузды тамамлаусылар менән уларҙы Өфөнөң белем биреү учреждениеларына йәлеп итеү буйынса һәм педагогтарҙы маҡсатлы уҡытыу сиктәрендә университетҡа уҡырға саҡырыу буйынса эш алып барыла.

Юғары уҡыу йорто базаһында мәктәп уҡыусылары менән эш итеү өсөн клубтар системаһы булдырылды. Улар уҡыусылар менән бер нисә йүнәлеш буйынса эш алып барасаҡ: универсаль компетенциялар формалаштырыу, профориентация, сәләмәт йәшәү рәуеше культураһын формалаштыру, креативлыҡты үҫтереү.

Шулай уҡ бөгөн М.Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм Өфөнөң база мәктәптәре һәм балалар баҡсалары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Айырым алғанда, 2-се һанлы лицей, 11-се, 158-се һанлы гимназиялар, 113-се мәктәп һәм 255-се һәм 51-се һанлы балалар баҡсалары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA