Октябрь районында күсмә вакцинация пункттары һаны арта

Бөгөн, 21 июнь, тағы ла бер күсмә вакцинация  пункты эшләй башлаясаҡ.  Ул  «Простор» сауҙа һәм ял итеү үҙәгенең 4-се ҡатында  урынлашасаҡ.   Вакцинацияны 43-сө поликлиника хеҙмәткәрҙәре үткәрәсәк. 

 


 


Күсмә  пункт эш  көндәрендә  сәғәт 13.00 -дән 20.00 -гә  тиклем, ә ял һәм байрам көндәрендә  - сәғәт 10.00 -дән  19.30 -ға тиклем эшләйәсәк. 

 Вакцинация пункттары 18 йәше тулған граждандарҙы ҡабул итергә әҙер. Прививкаға алдан яҙылыу кәрәкмәй.Бары тик үҙең менән паспорт, мотлаҡ страховкалау полисы һәм СНИЛС алырға кәрәк. 

Шулай уҡ прививканы Өфөлә  поликлиникаларҙа йә иһә «Планета», «Мега» сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәрендә, «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә яһатып була.  21 июндән  вакцинация пункты   «Гостиный двор» сауҙа комплексында, ә  22 июндән «Центральный» сауҙа үҙәгендә эшләй башлаясаҡ. 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA