Ауырыу тән температураһының юғары булыуы менән билдәләнә, 39-40 градусҡа тиклем барып етә. Баш ауырта, ҡалтырата, күңел болғана, уҡшыта, дөйөм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә. Бил, эс ауырта. Танау ҡанауы, тире аҫтына ҡан һауыуы күҙәтелә. Бит, елкә тирәһендә тире ҡыҙарып сығырға мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта ҡан баҫымы төшә. Был сиргә күреү һәләтенең насарайыуы, аңдың буталыуы ла хас. Әйткәндәй, ауырыуҙың билдәләре үҙҙәрен балаларҙа ололарға ҡарағанда һуңыраҡ һиҙҙертә башлай.
Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцинация юҡ, шуға күрә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп кенә һаҡланып була. Шәхси таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәү – ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар өсөн дә иң яҡшы һаҡланыу сараһы. Йәғни ҡулды һәр ваҡыт һабынлап йыуырға, ялан ҡул сысҡандарға ҡағылмаҫҡа, ҡул йәрәхәтләнһә, яраһын шунда уҡ эшкәртергә кәрәк. Һыуҙы ҡайнатып ҡына эсергә, йәшелсә-емештәрҙе лә ашар алдынан ныҡлап йыуырға иренмәгеҙ. Еүеш сепрәк менән саңды һөртөп тороп өйҙө лә таҙа тотоу мөһим. Ҡалала йәшәүселәр баҡса йорттарына барғанда бирсәткә һәм битлек кейергә онотмаһын. Был ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һәр саҡ иҫтә тотоу – сәләмәтлектең төп нигеҙе.