Рәсәй – бөйөк илебеҙ!

Рәсәй көнөнә ҡарата Рәсәйҙең тыуған көнө айҡанлы 28- се һанлы балалар китапханаһында квиз уйын үтте. Сараға мәктәп яны лагерҙәрендә ял итеүсе балалар йыйылды.

   Рәсәй – бөйөк илебеҙ!

Ойоштороусылар иң башта байрамдың килеп сығыу тарихы, уның мәғәнәһе, эстәлеге, илдең төп законы булған Конституция, шулай уҡ дәүләт символдары хаҡында һөйләне. Интеллектуаль уйын биш тематик турҙан торҙо. Алып барыусы һәр тур алдынан уның ҡағиҙәләре хаҡында бәйән итте, аҙаҡ һәр команда Рәсәй тарихына, географияһына, мәғәниәтенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

Сара һуңынан "Непоседы" ансамбле башҡарыуында "Минең Рәсәй" тигән йыр яңғыраны. Квиз уйындан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды, сөнки унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең белемдәрен нығытты һәм илебеҙ тураһында яңы мәғлүмәт алды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA