«Ҡала урамы әлифбаһы»

Юлда йөрөгәндә һаулығыңа, ғүмереңә ҡурҡыныс янамаһын өсөн «юл әлифбаһын» белеү генә түгел ә уны мотлаҡ үтәү ҙә кәрәк. 28-се балалар китапханаһында 105-се гимназия лагеренә йөрөүсе балалар өсөн бик фәһемле һәм мауыҡтырғыс уйын үтте.

«Ҡала урамы әлифбаһы»

Ул юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә һәм хәрәкәт иткәндә ниндәй хәүефһеҙлек сараларын һаҡларға икәнгә арналды.
Балалар менән бер рәттән клоун Клепа ла «Күңелле светофор», «Зебра», «Ер аҫты юлы» уйындары аша юл ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрһә, «Юл билдәләре һандығы» уйынында улар бер-береһенә һәр билдәнең әһәмиәтен аңлатты. Әҙәби викторинала балалар әкиәт геройҙарын һәм уларҙың йөрөгән юл транспортын иҫкә төшөрҙө. Уйын аҙағында балалар ойоштороусылар әҙерләгән төрлө һорауҙарға яуап бирҙе һәм үҙҙәренең зирәклеген, белемдәрен күрһәтте.
Был саранан һуң бәләкәстәр юл йөрөү ҡағиҙәләрен хәтерендә тотор һәм уны боҙмаҫ тип ышанғы килә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA