Хөрмәтле социаль өлкәлә эшләүсе ветерандар һәм хеҙмәткәрҙәр!

Хөрмәтле социаль өлкәлә эшләүсе ветерандар һәм хеҙмәткәрҙәр!

Һөнәри байрамығыҙ уңайынан барығыҙҙы ла ҡайнар ҡотлайым! Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө – үҙҙәрендә оло яуаплылыҡ тойған, кәрәк саҡта ярҙамға ашыҡҡан, ифрат түҙемле, киң күңелле булған, шул уҡ ваҡытта йөрәк йылыһын башҡаларға ихлас бүләк итеүселәр байрамы ул.
Беҙ һеҙҙең ауыр, әммә үтә лә кәрәкле эш башҡарыуығыҙға һоҡланабыҙ. Кешеләр өсөн файҙалы һәм изге эштәр башҡарырға тырышҡанығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙ рухи ҡәнәғәтлек алып килһен һәм халыҡтың һөйөүен еткерһен.
    Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ғаиләләрегеҙгә именлек, ҡот-бәрәкәт теләйем.



Калинин районы хакимиәт башлығы
С. Кожевников.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA