07.06.2021
1085
Ауырыуҙың барышы тураһында мәғлүмәттәргә таянып, табиптар 55 йәштән өлкәндәргә тәүге сиратта вакцинацияланырға кәңәш итә. Оло йәштәгеләр бигерәк тә хәүеф аҫтында, сөнки улар сирҙе ауырыраҡ үткәрә, коронавирус эҙемтәләре лә өлкәндәрҙе йышыраҡ ҡағыла.
Шулай уҡ тәүге сиратта шәкәр диабеты, артериаль гипертензия, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланған һәм артыҡ һимеҙ кешеләр вакцинация үтергә тейеш.
Орджоникидзе районында прививканы 8-се, 10-сы, 18-се һанлы ҡала клиник дауаханаларында, 17-се балалар дауаханаһында, 32-се, 2-се һанлы поликлиникаларҙа яһатып була.