01.06.2021
1190
Сабыйҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, викторина, конкурстар, төрлө спорт ярыштары ойошторолдо.
«Һеңлекәш» фильмының төп геройы Арыҫлан Ҡырымғужин сараның төп ҡунағы булды. Ул балаларҙы байрам менән ҡотланы һәм символик рәүештә сәскә таждарын осорҙо.
Райондың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә шөғөлләнеүсе коллективтар ҙур, сағыу номер менән сығыш яһаны.
Һәр бала сикһеҙ мөхәббәт, һөйөү, хәстәрлек донъяһында йәшәһен ине.