Сергей Греков торлаҡҡа мохтаж етемдәргә фатир асҡыстары тапшырҙы

1 июнь көндө Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Сергей Греков етем үҫкәндәргә Затон микрорайонында бер бүлмәле яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы.  33 кеше торлаҡлы булды.

1 июнь көндө Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Сергей Греков етем үҫкәндәргә Затон микрорайонында бер бүлмәле яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы.  33 кеше торлаҡлы булды.

– Бөгөн һеҙ үҙ йортоғоҙҙың асҡыстарын алаһығыҙ. Һеҙҙе ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлайым. Йортоғоҙҙа мәңге йылылыҡ, йәм, шатлыҡ һәм бәхет булһын, - тине Сергей Греков.

Һуңынан ул яңы фатирҙарҙы ҡарап сыҡты һәм өй туйлаусылар менән аралашты. Әйтер кәрәк, фатирҙар әҙер ремонт һәм сантехника менән тапшырылды.

Өфө Хакимиәтенең торлаҡ программалары буйынса идараһы етәксеһе Зилә Мөхәммәтова әйтеүенсә, дәүләт һәм республика ярҙамында бирелгән бюджет аҡсалары сиктәрендә йыл һайын етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итәләр:

- Быйыл беренсе кварталда беҙ етем балаларға 2019 йылда бирелгән аҡсаларға 107 фатир бирҙек. 2020 йылда 113 фатир һатып алыу өсөн муниципаль контракттар төҙөлдө. Шуларҙың 33-өн бөгөн тапшырҙыҡ. Ҡалған 80 фатирҙы йыл аҙағында тапшырасаҡбыҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA