"Ҡашҡаҙан" паркында балалар автоҡаласығы трассаһы асылды

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә Өфөнөң "Ҡашҡаҙан" паркында донъялағы иң ҙур башҡортса яҙылған ландшафтлы балалар автоҡаласығы трассаһы асылды.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә Өфөнөң "Ҡашҡаҙан" паркында донъялағы иң ҙур башҡортса яҙылған ландшафтлы балалар автоҡаласығы трассаһы асылды.

Асылыш танатанаһында Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников,  «Лукойл-Уралнефтепродукт» компанияһының генераль директоры Айҙар Әбүзәров, Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов,   Башҡортостан Республикаһы буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова  һәм башҡалар ҡатнашты. 

Автоҡаласыҡ ысын юл кеүек, электромобилдәре лә йөрөп тора. Тик унда ултырып йөрөгәндә юл ҡағиҙәләрен белеп, теүәл үтәүең талап ителә. Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү өсөн бик һәйбәт урын буласаҡ ул. 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA