Калинин районы спортсылары уңыштары

13-17 майҙа Өфө ҡалаһында кикбоксинг буйынса III Евразия асыҡ уйындары үтте. Ярышта  Ижевск, Минск, Амурҙағы Благовещенск, Башҡортостан Республикаһы ҡалаларынан 181 спортсы ҡатнашты. Өфө ҡалаһының Калинин районы делегацияһы үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте.

Калинин районы спортсылары уңыштары

Шулай итеп, үҙҙәренең төрҙәре буйынса Данил Ковалевский, Роман Коломиец, Маргарита Титова, Аделина Ғәйфуллина I урын; Михаил Долин, Дамир Әетбаев,  Ангелина Мишунина II урын; Алина Хәлиуллина, Артем Абкадыров, Матвей Соколов һәм Эдуард Абдрахманов III урын яуланы.

22-се һанлы спорт мәктәбе муниципаль бюджет ойошмалар  командалары араһында  III урынға лайыҡ булды.

Спорт һөйөүселәрҙе ҡаҙаныштары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA