Ғалимдар әйтеүенсә, славян яҙмаһы 9 быуаттың 863 йылында барлыҡҡа килгән. Яңы алфавит изгеләрҙең береһе исеменә ”кириллица” тип атала башлай. Кирилл бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә, бик күп телдәрҙе яҡшы үҙләштерә. Грек теленә нигеҙләнеп, славян әлифбаһын булдырыуға күп көс һала. Славян яҙмаһы көнө тәүгеләрҙән булып 19 быуатта Болгарияла билдәләнә башлай, аҙаҡ ул Рәсәй, Украина, Белоруссия, Молдовала тантана ителә.
Бөгөнгө көндә был байрам хөрмәтенә бик күп фәнни-ғәмәли конференциялар, фестивалдәр, китап күргәҙмәләре, йәрминкәләр һм башҡа мәҙәни саралар үткәреү ҡаралған.
24.05.2021
1212