22 меңдән ашыу кеше Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» фестивалендә ҡатнашты

23 майҙа Өфөлә унынсы тапҡыр «1000 велосипедсы көнө» ҡала фестивале үтте. Быйыл унда 22 300 велоспорт һөйөүсе ҡатнашты. 9 километр оҙонлоҡтағы маршрут ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтте.

23 майҙа Өфөлә унынсы тапҡыр «1000 велосипедсы көнө» ҡала фестивале үтте. Быйыл унда 22 300 велоспорт һөйөүсе ҡатнашты. 9 километр оҙонлоҡтағы маршрут ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтте.

Стартты Ленин исемендәге майҙанда бирҙеләр. Сарала ҡатнашыусыларҙы Өфө Хакимиәте башлығы Сергей Греков һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлеге башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров сәләмләне.

– 2021 йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылы тип иғлан ителде. Шуға күрә мин фестивалдә төрлө йәштәгеләрҙе, тотош ғаиләләре менән ҡатнашыусыларҙы күреүемә бик шатмын, - тип билдәләп үтте Сергей Греков. – Беҙҙең велосипед йәмғиәте үҫә һәм беҙ велосипедсылар өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ.

Велоуҙышты ҡатнашыусылар Салауат Юлаев майҙанында тамамланылар. Бында шулай уҡ төрлө актив саралар ойошторолдо. Барлыҡ теләүселәр ҙә «Аш-Маркет» фестивалендә туҡланып, бейеү мастер-класында, костюмдар конкурсында, экологик акцияла һәм башҡа активлыҡтарҙа ҡатнаша алдылар.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA