Һуңғы аҙнала ғына паркка ҡуйылған эскәмйәләргә яҙып бөткәндәр, ҡоймаларҙы емергәндәр, йәш үҫентеләрҙе тапағандар. Балалар майҙансығының боҙолоуы айырыуса кәйефте ҡыра. Мәғлүм булыуынса, бында ҡуйылған әүһәләктәр, башҡа төрлө уйынсыҡтар, фигуралар һис кенә лә өлкәндәр өсөн урынлаштырылмаған. Улар тик балалар өсөн тәғәйенләнгән. Шуның өсөн дә һәр эйгес янына уның күпме ауырлыҡты күтәрә алыуы хаҡында махсус таҡта ҡуйылған. Хөрмәтле ата-әсәләр, балалар, ял итеүселәр! Ҡоролмаларға, декор элементтарына үтә лә һаҡсыл булыуығыҙҙы һорайбыҙ. Һәр кемдең үҙенең ялын матур, таҙа, бөхтә урында үткәргеһе килә. «Беренсе Май» ял паркы былтыр ғына төҙөкләндерелгән ине һәм ул Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булып тора. Әйҙәгеҙ ошо матурлыҡты бергәләп һаҡлайыҡ!
19.05.2021
1080