Маршал Жуков исемендәге скверҙа тантаналы митинг уҙҙы

 Бөйөк Еңеү көнөнә арналған саралар араһында  Советтар Союзы Геройы Георгий Жуков бюстына  сәскә һалыу айырым урын алып тора. 

Тантаналы митингта  Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты  Айҙар Зөбәйеров, Октябрь һәм Совет райондары хәрби комиссарының вазифаһын башҡарыусы Айҙар Әхмәтйәнов, һуғыш һәм тыл ветерандары ҡатнашты. 

Түш тултырып орден-миҙалдарын таҡҡан һуғыш ветерандары ейән-ейәнсәрҙәрен етәкләп килгән.  Район хакимиәте башлығы Сергей Плотников  ветарандар  менән ихлас аралашты, уларға байрам айҡанлы йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен еткерҙе.  

Сара  Советтар Союзы Геройы Георгий Жуков бюстына  сәскә һалыу менән тамамланды.  

Октябрь районында байрам тантаналары көн оҙоно дауам итәсәк.
 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA