Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләнеләр

Бөгөн, 6 майҙа, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтендә еңеү көнө хөрмәтенә тантаналы сара үткәрелде.

Бөгөн, 6 майҙа, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтендә еңеү көнө хөрмәтенә тантаналы сара үткәрелде.
Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов,Ленин районы һуғыш ветерандары советы, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары рәйесе Раис Сакаев, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, Ленинград тотҡононда булыусылар ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының дәүләт йыйылышы – ҡоролтай депутаты Ишмухаметова Галина саҡырылды.
Бөгөнгө осрашыуҙа почетлы ҡунаҡтар-һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәренә байтаҡ ҡына йылы һүҙҙәр әйтелде. Еңеүгә 76 йыл тулыу айҡанлы Ленин районы хакимиәте башлығы хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн ветерандарға рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ яҡташтарыбыҙҙың еңеүгә ҙур өлөш индереүҙәре һәм уларҙың батырлыҡтар күрһәтеүҙәре менән ғорурланабыҙ.Беҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы хәтерләйбеҙ, Советтар Союзы геройы Александр Степанович Пикунов, Мурзин Даян Баянович, Полунин Иван Александрович, Анатолий Иванович Хохлов. Уларҙың исемдәре мәңгелеккә иҫтә ҡаласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Олег Котов.
Шулай уҡ ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә сәләмләү,ҡотлау һүҙе менән Галина Ишмухаметова мөрәжәғәт итте.
Агропарк «ЕврАзия» ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәренә ихтирам билдәһе итеп емеш-еләк йыйып бүләк итте.Тантана ҡунаҡтарына ҡиммәтле бүләктәр һәм сәскә гөлләмәһе тапшырҙылар.
Башҡортостан Республикаһы Ветерандар йәмәғәт ойошмаһының төбәк комитеты Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котовты һуғышта ҡатнашыусыларға, тыл хеҙмәтсәндәре, хәрби хеҙмәт ветерандары, хәрби хәрәкәттәр, һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә иғтибар бүлгәнгә һәм хәстәрлек күрһәткәне өсөн ҡотлап үтте.
Ленин районының йәш быуын вәкилдәре лә ветерандарҙы ҡотлауға килделәр, ижади коллективтар һәм артистар үҙҙәренең музыкаль бүләктәрен күрһәттеләр. Айҙар Байтимеровтың ҡурай башҡарыуында композицияһы һәм «Йәдкәр»мәҙәниәт йортоноң  «Хыялый» вокал ансамбле номерҙары тағы ла йәм өҫтәне.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA