Граждандарҙы хеҙмәткә саҡырыу тантанаһы үтте

Бөгөн, 26 апрелдә, йәш һалдаттарҙың тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәргә тиҙ арала китеүселәр өсөн  Өфө ҡалаһы Киров һәм Ленин райондарында «Һаҡлыҡ көнө-2021»сараһы үтте.

Бөгөн, 26 апрелдә, йәш һалдаттарҙың тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәргә тиҙ арала китеүселәр өсөн  Өфө ҡалаһы Киров һәм Ленин райондарында «Һаҡлыҡ көнө-2021»сараһы үтте.

Армия – ул бәләкәй малайҙан ир ҡорон тәрбиәләгән урын.Бында буласаҡ һалдаттар ысын тормош тәжрибәһен туплай.
Бөгөн һалдаттарға үҙ һүҙҙәрен әйтергә Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Иванов,Киров һәм Ленин районының хәрби комиссары Юрий Алферов килде.
– Өфө ҡалаһы Ленин районының армия сафын бик юғары баһалайҙар беҙҙең һалдаттар,ҡағиҙә булараҡ, элиталы бүлектә хеҙмәт итә, улар тураһында тик ыңғай фекерҙәр генә алабыҙ, – тип билдәләне Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы исеменән Иван Иванов.
Ундай һөнәр бар - тыуған илде һаҡлау! Һеҙгә ҡораллы көстәр сафына инеп,ысын ватан һаҡсылары булырға насип булһын , -тип үҙ һүҙен әйтте Юрий Алферов.
Сығыш яһаусылар билдәләүенсә,бер йыл эсендә хәтерҙә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күп буласаҡ,сөнки был һынау-
тормоштоң мөһим ваҡиғаларының береһе.

Сара Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы музыкаль балалар мәктәбе ҡуйған концерт менән тамамланды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA