Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2021

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, «Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә 24 апрель «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2021» акцияһын үткәрә.

Диктанты ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡрамаған ойошма, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы.

Илдәге һәм донъялағы эпидеомиологик хәлдәргә бәйле башҡорт теленән халыҡ –ара диктанты 2020 йылда беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта уҙғарғайнылар, быйыл акция йәнә онлайн һәм оффлайн форматта үтә.

Өфө ҡалаһының Дим районында йәшәүселәрҙә «Башҡорт теленән халыҡ-ара – 2021» акцияһында әүҙем ҡатнашты. Райондың белем биреү учреждениеларында һәм Өфө ҡалаһының 13-сө моделле китапханыһында диктант яҙыусылар өсөн майҙансыҡтар булдырылды. Диктанты өйҙән яҙыусылар Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә «YouTube» видеохостингында тура эфиры аша яҙҙы.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA