Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам

24 апреледә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты менән) «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» халыҡ-ара белем биреү акцияһы үтә.

Акцияла ҡатнашыусылар диктантты үҙҙәренең башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап яҙа ала: башланғыс, иркен аралашыусылар, төньяҡ-көнбайыш диалект.

Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам

Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ сайтында теркәлеү үтер кәрәк.

Офлайн-форматта профессиональ белем биреү ойошмаларында, вуздарҙа, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиелары, йәмәғәт ойошмалары биналарында һәм башҡа урындарҙа.

Онлайн-форматта Башҡортостан юлдаш телеканалында, акцияның рәсми сайтында, YouTube видеохостингында, ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә тура трансляция:

11.00 – акцияның башланыу ваҡыты;

11.00 – 11.25 – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;

11.30 – 12.00 – башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;

12.05 – 12.30 – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA