Орджоникидзе районыны уҡыусылары «Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй!» спектаклен ҡараны

Орджоникидзе районыны уҡыусылары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһында «Ат уйнатып алдан бара» - «Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй!» спектаклен ҡараны.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Зөһрә Бураҡаева сценирие буйынса ҡуйылған был спектакль 2020 йылдың көҙөнән бирле бара. Ошо осорҙа тарихи драманы ҡарарға  ҡаланың барлыҡ мәктәптәре уҡыусылары барҙы.  

Балалар һуғыш ваҡыты һәм ҙур полководец өлөшөнә төшкән һынауҙар тарихына сумды. Актерҙарҙың уйнауы, музыка, декорация, костюмдар – уҡыусыларҙың күңелдәрендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA