Бөгөн Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында ҡунаҡта -романдар, хикәйәләр, пьесалар, әкиәттәр, балалар өсөн шиғырҙар авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Журналистар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты , Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова булды.
Был осрашыу Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына ла арналды.
Мәктәп китапханаһында ойошторолған был сарала Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы уҡыусылар менән түңәрәк өҫтәл артында аралашты. Гөлөмов Илнур,Булякарова Камилла, Баһаүетдинова Сөмбөл, Абзаков Фаил, Ғәйнуллин Тимур ,Абдуллина Регина биргән бик төплө, ҡыҙыҡлы һорауҙарға ҙур ихласлыҡ менән яуап ҡайтарҙы яҙыусы апайыбыҙ. Авторҙың үҫмерҙәр өсөн яҙылған әҫәрҙәре буйынса бик матур фекер алышыу, кисерештәр менән уртаҡлашыу булды.
6а класы уҡыусылары яратып уҡыған «Атай икмәге» хикәйәһе буйынса бик матур һүрәттәр һәм кроссвордтар эшләп килтергәйнеләр.
Кисә һуңында Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы изге теләктәре яҙылған «Харис+Кирамат донъя» китабын гимназиябыҙ китапханаһына бүләк итте.