Өфөлә Еңеү парадының беренсе репетицияһы уҙҙы

Бөгөн «Өфө-Арена» майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә байрам парадының беренсе репетицияһы уҙҙы.

Бөгөн «Өфө-Арена» майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә байрам парадының беренсе репетицияһы уҙҙы.

Унда Өфө территориаль гарнизоны хәрби хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһында федераль башҡарма власть органдары территориаль органдары һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде.

Репетицияла шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары Михаил Блажевич, Өфө гарнизоны хәрби коменданты Валентин Солодовник һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәте граждандар йәмғиәте институттары менән хеҙмәттәшлек итеү идаралығы етаксеһе Артур Ғафаров ҡатнашты.

Киләһе репетициялар 15, 22 һәм 29 апрелдә уҙасаҡ. 5 майҙа – Октябрь проспектында беренсе репетиция, 7 майҙа – техника ҡатнашында генераль репетиция уҙасаҡ.

Билдәләп үтергә кәрәк, Еңеү көнөндә рус драма театры эргәһендәге майҙанда заманса хәрби техника, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби техника күрһәтеләсәк. Шулай уҡ «Первушино»пилотаж төркөмөнөң авиация техникаһының осоуы планлаштырыла.

Механикалаштырылған колоннаны 20 берәмектән ашыу хәрби техника тәшкил итәсәк, улар араһында Вадим Задорожныйҙың Техника музейы (Красногорск ҡалаһы) тәҡдим итәкән техника ла бар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA