05.04.2021
932
Халыҡ күп ваҡыт хәүефһеҙлек тураһында онотоп, электр приборҙарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәмәй, шунлыҡтан янғын, тән бешеүе, хатта үлем осраҡтары ла күҙәтелә. Көндәлек тормошта бындай бәләләр булмаһын өсөн приборҙарҙы ҡулланғанда ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк.
Ташҡындан һуң һыу ҡайтҡас, өйҙө елләткәндә, киптергәндә был ҡағиҙәләрҙе белеү бигерәк тә мөһим:
1. Электр приборын розеткаға ҡуйырға һәм эшләп торған приборҙарға еүеш ҡул менән тотонорға ярамай.
2. Электр менән йылытыу приборҙары һәм сымдарына әйбер элеп киптермәгеҙ.
3. Электр менән йылытыу приборҙарын тиҙ тоҡанып, янып китеүсән әйбер (өҫ кейеме, тәҙрә ҡорғаны, юрған һәм башҡа), шыйыҡсалар янына ҡуйырға ярамай.
4. Йылытыу приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырып, уларҙың ҡыҙып китеүенә юл ҡуймағыҙ.
5. Йылытыу, киптереү өсөн спирале күренеп торған асыҡ плита ҡулланыу кәңәш ителмәй.
6. Сымы боҙолған электр приборҙарын ҡулланмағыҙ.
7. Электр тогына ҡуйылған приборҙы ҡулға тотҡан килеш һыу краны һәм тимер әйберҙәргә тотонорға, ҡабыҙылған электр сәйнүгенә һыу ҡойорға ярамай.
8. Өйҙән сығып киткән саҡта утты һәм электр приборҙарын һүндереп сығырға кәңәш ителә.
Электр приборы янып китеүен күрһәгеҙ, уны уттан өҙөү юлын эҙләгеҙ һәм гөл һауытындағы тупраҡ, ҡом, йәиһә ҡалын, һауа үткәрмәҫлек әйбер менән һүңдереү сараһын күрегеҙ. Янған электр приборын һыу һибеп һүндерергә ярамай.
Һыу ҡайтҡас электр приборҙарын яҡшылап киптереү мотлаҡ, счетчик менән щиттың эшләүен баһалау өсөн белгес саҡыртырға кәрәк.
Автор: Наркес Халиуллина