Сергей Греков торлаҡҡа мохтаж етемдәргә фатир асҡыстары тапшырҙы

3 апрелдә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Сергей Греков етем үҫкәндәргә Затон микрорайонында бер бүлмәле яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы. Ун кеше торлаҡлы булды.

3 апрелдә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Сергей Греков етем үҫкәндәргә Затон микрорайонында бер бүлмәле яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы. Ун кеше торлаҡлы булды.

Хакимиәт башлығы уларҙы ысын күңелдән был шатлыҡлы сара менән ҡотланы һәм бәхет теләне. Һуңынан ул яңы фатирҙарҙы ҡарап сыҡты һәм өй туйлаусылар менән аралашты. Әйтер кәрәк, фатирҙар әҙер ремонт һәм сантехника менән тапшырылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән ял көндәрендә ун кешегә шулай уҡ баш ҡалалағы Кузнецов затоны микрорайонында яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙылар.

Бөгөнгө көндә Өфөлә 1 188 торлаҡҡа мохтаж етемдәр иҫәптә тора. Уларҙың 866 торлаҡ менән тәьмин итеүгә хоҡуғы бар.

Етем балаларға фатирҙар йыл һайын бюджет аҡсаһына алына. Быйыл 220 фатир тапшырыласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA