Орджоникидзе районы Хакимиәте «Сәләмәтлеккә табан – 5 миллион аҙым» флешмобын башлап ебәрҙе

Акция Башҡортостандағы Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы айҡанлы ойошторола. Маҡсатыбыҙ – атлап, йүгереп, йөҙөп йәки велосипедта 100 көн эсендә 3,5 мең километр ара уҙырға. Был иһә яҡынса Башҡортостан сиктәре оҙонлоғон тәшкил итә.
Шулай, бергәләшеп, акцияға дәррәү ҡушылып, республикабыҙҙы урап сығыу ниәтебеҙ. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн 5 миллион аҙым яһарға кәрәк. 12 көн эсендә акцияға 6 кеше ҡушылып 172 514 аҙым яһанылар ҙа инде. Флешмобта һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙегеҙҙең инстаграм битенә фото йәки видеоға төшөрөлгән аҙымдарығыҙҙы #ЯшагаюпоРБ тамғаһын ҡушып ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ аҙымдар һанын күрһәткән скриншот та ҡушырға була. Әйткәндәй, социаль селтәргә ҡуйған постар һаны сикләнмәгән. Флешмоб һөҙөмтәһе 29 июндә барланасаҡ, һәм иң әүҙем ҡатнашыусылар спонсорҙарыбыҙ тәҡдим иткән приздар менән бүләкләнәсәк.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA