01.04.2021
1387
Аутизм менән сирле балаларға ярҙам итеү өсөн ассоциация булдырылған. «Аутизм – төбәктәр» ассоциацияһына 22 төбәктән ойошмалар ингән. Башҡортостанда «Рассвет» тигән ойошма эшләй.
Был көндө Өфөлә төрлө саралар үтәсәк.
«Башкирия» лайфстайл-үҙәгендә 12.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем мәғлүмәти флешмоб уҙасаҡ, ә балалар өсөн мастер-класс әҙерләнгән.
Акцияға ҡала китапханалары ла ҡушылда. Апрель айында һәр китапханала аутизмға бағышланған стендтар торасаҡ.
«Родина» кинотеатры 12.00 сәғәттә аутист балалар тәрбиәләнгән ғаиләләр өсөн ишектәрен аса. Бында мастер-класстар һәм сюрприздар үткәрелеүе ҡаралған. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы башҡарма власының вәкилдәре һәм аутизм менән яфаланған балаларға ярҙам күрһәтеүсе ойошмалар етәкселәре ҡатнашасаҡ.
Көн балалар өсөн махсус рәүештә яраҡлаштырылған йәнһурәт менән тамамланасаҡ. Филмдең тауышы түбән, яҡтылығы сикләнгән, ә балалар зал буйынса иркен йөрөй ала.
Ә кисен кинотеатр бинаһы зәңгәр төҫтә янасаҡ – был халыҡ-ара аутизм тураһында мәғлүмәт таратыу символы.
Сара ойоштороусылары:
«Рассвет» автономлы коммерция булмаған ойошма,
«Мәрхәмәт» Хәйриә фонды,
«Родина» кинотеатры,
«Башкирия» лайфстайл-үҙәге,
«Ломая барьеры» социаль технологияр үҙәге,
Өфө китапханалары.