Өфөнөң Дим районында мәктәп уҡыусылары араһында Р.Бикбаев исемендәге район кубогына баскетбол турниры ойошторолдо

Бөгөн Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының спорт залында Дим районы уҡыусылары араһында Р. Бикбаев кубогына баскетбол буйынса йомғаҡлау турниры үтте.
Бөгөн Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының спорт залында Дим районы уҡыусылары араһында Р. Бикбаев кубогына баскетбол буйынса йомғаҡлау турниры үтте. Өс көн барған ярышта малайҙар һәм ҡыҙҙар ошо спорт төрө буйынса лидерҙар рәтенә инеү хоҡуғын һәм турнирҙың күсмә кубогын алыр өсөн көс һынашты. Ярышта Дим районының 102,103 һәм 104-се мәктәп командалары ҡатнашты. Һөҙөмтә шуны күрһәтте:малайҙар араһында 1-се урынды -103-сө мәктәп, 2-се урынды-Р. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы, 3-сө урынды- Шайморатов исемендәге 104-се мәктәп яуланы. Ҡыҙҙар командалары араһында 1-се һәм 2-се урынды Р. Бикбаев исемендәге башҡорт гимназияһы яуланы, 3-сө урын 103-сө мәктәпкә бирелде. Малайҙар араһында иң яҡшы уйынсы - Новиков Николай(103-сө мәктәп) һәм Тиен Зунг(102-се башҡорт гимназияһы), ҡыҙҙар араһында -Салауатова Аделина(103-сө мәктәп) һәм Имакова Динара(102-се башҡорт гимназияһы). Спортсмендарҙы бүләкләү өсөн Дим районы администрацияһының мәҙәниәт, йәштәр һәм спорт бүлегенең әйҙәүсе белгесе Ғәйнуллин Тимерхан Данир улы саҡырылғайны. «Баскетбол буйынса Рауил Бикбаев кубогына турнир уҙғарыу-ул спорт, көс һынашыу, ҡыйыулыҡ байрамы ғына түгел. Бындай ярыштар йәш быуында патриотик тойғолар тәрбиәләүгә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бакбаев тураһындағы хәтирәләрҙе, иҫтәлектәрҙе яңыртыуға йүнәлтелгән», -тип билдәләне Тимерхан Данир улы. Ул 102-се башҡорт гимназияһының администрацияһына рәхмәтен белдерҙе һәм спортсмендарға грамоталар тапшырҙы.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA