Өфө саңғы марафоны еңеүселәре билдәләнде

8 март көндө «Биатлон» спорт комплексында Өфө саңғы марафоны уҙҙы. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 24 төбәгенән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

8 март көндө «Биатлон» спорт комплексында Өфө саңғы марафоны уҙҙы. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 24 төбәгенән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты, шуларҙың 173-ө 50 километрлыҡ марафон йугерҙе. Ҡалғандары ирекле стиль менән 5, 10 һәм 30 км дистанцияларҙы үтте. 2 йәштән алып 8 йәшкә тиклемгеләр өсөн балалар старттары ойошторолдо.

Ярыштар башланыр алдынан спортсыларҙы Өфө ҡалаһы Хакимиәте Физик культура һәм спорт идараһы етәксеһе Егор Сорокин, Орджоникидзе районы Хакимиәте башлығы Марат Галиуллин, Олимпия уйындары призеры һәм донъя чемпионы Александр Панжинский, «Динамо» физкультура һәм спорт йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Максим Чудов, марафонды ойоштороусы Владислав Литвинчук сәләмләнеләр.

– Был йылдан башлап Өфө саңғы марафоны RussiaLoppet саңғы марафондары серияһы составында уҙа, – тине Егор Сорокин. – Был ярыштарҙы алға үҫтереү, тағы ла күберәк ҡатнашыусылар йәлеп итеү өсөн өҫтәмә стимул бирә.

50 километрлыҡ марафонда Татарстан Республикаһы спортсыһы Алмаз Таипов еңеүсе булды. Уның артынан финиш һыҙығын Өфө саңғысылары Андрей Филиппов һәм Александр Потапов уҙҙылар. Өфө марафоны тарихында беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар 50 километр араны уҙҙылар. Иң яҡшы ваҡытты Татарстан Республикаһы вәкиле Жанна Муравьева күрһәтте, Оренбургтан Вероника Гәрәева – икенсе, ә Өфөнән Лиана Кинзягулова өсөнсө булды. 30 километр дистанцияны беренсе булып Өфө саңғысыһы 16 йәшлек Игорь Кобелев үтте, ҡатын-кыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтәне Өфөнән Екатерина Окунева күрһәтте.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды. Ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 50 һәм 30 км дистанцияларҙа 1-3 урындар яулаусылар ҡиммәтле приздар һәм грамоталар менән бүләкләнде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA