Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Сергей Грековтың ҡотлауы

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!

Был көн мәңгелек Яҙ һәм гүзәллек байрамы булып ҡала. Ул ҡояшлы йәки ямғырлы, йылы йәки һыуыҡ булырға мөмкин, әммә бер ҡасан да бойоҡ булмай. 8 Март көндө беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың йөҙҙәре йылмайыу, йылылыҡ һәм һөйкөмлөлөк менән балҡый.

Ҡатын-ҡыҙ – ул матурлыҡ, мәрхәмәтлек, рухи гармония һәм Ерҙә йәшәү символы. Әсәйҙең йылмайыуы, яғымлы ҡағылышы һәм хәстәрлек күреү – бала саҡтың иң матур хәтирәләре, уларҙы йылдан-йыл нығыраҡ ҡәҙерләй башлайһың.

Һеҙҙең ҡулдарҙа, ҡәҙерле ҡатын-кыҙҙар – һәр беребеҙгә шул тиклем кәрәкле ғаилә усағы йылыһы һәм ышаныслы тыл. Һеҙ тормошто мәғәнә һәм йәм менән тултыраһығыҙ. Балаларҙы тәрбиәләүҙә лә, һөнәрҙә һәм ижадта ла иҫ киткес ҡаҙаныштарға өлгәшәһегеҙ.

Тормоғоҙҙа ҡыуаныслы миҙгелдәр, ғаиләлә тыныслыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу булһын, ә эшегеҙ уңыштар һәм ҡәнәғәтлек килтерһен. Һеҙгә кәйеф күтәренкелеге, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет теләйем!

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                            С.Н. Греков


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA