Дим районының балалар баҡсаларында ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған иртәлектәр үтте

8 март - ҡатын-ҡыҙҙар көнө, наҙлылыҡ һәм матурлыҡ байрамы. Был байрамда бер ҡатын-ҡыҙ ҙа иғтибарһыҙ,бүләкһеҙ ҡалмай. Балалар баҡсаһындағы һәр бала был байрамда әүҙем ҡатнашыға тейеш. Сөнки бәләкәй генә балаларҙың әсәйҙәре, өләсәйҙәренә арнап һөйләгән шиғырҙары был күркәм байрамға йәм өҫтәй.
8 март - ҡатын-ҡыҙҙар көнө, наҙлылыҡ һәм матурлыҡ байрамы. Был байрамда бер ҡатын-ҡыҙ ҙа иғтибарһыҙ,бүләкһеҙ ҡалмай. Балалар баҡсаһындағы һәр бала был байрамда әүҙем ҡатнашыға тейеш. Сөнки бәләкәй генә балаларҙың әсәйҙәре, өләсәйҙәренә арнап һөйләгән шиғырҙары был күркәм байрамға йәм өҫтәй. 2,3 һәм 4 мартта Дим районының балалар баҡсаларында ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған иртәлектәр үтте. Балалар бик матур концерт номерҙары әҙерләгәндәр. Матур йырҙар һәм бейеүҙәр байрамды йәнләндерҙе. Беҙҙең бәләкәй һаҡсыларыбыҙ “Джентельмендар” бейеүен башҡарҙы, оркестрҙа уйнап күрһәтте, “кер йыуышты”. Ә бәләкәй ярҙамсыларыбыҙ әсәйҙәренә “кер элеште” һәм “өй йыйыштырышты”. Шулай уҡ әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр тураһында бик күп шиғырҙар яңғыраны. Балаларға күңел асырға һәм өлкәндәргә ярҙамға иртәлектәребеҙгә Яҙһылыу, Карлсон, Сабый һәм Фрекен бок ҡунаҡҡа килде. Балалар әкиәт ҡунаҡтары менән күңелле уйындар уйнанылар, күңел астылар. Байрам бик күңелле үтте.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA