Өфө ҡалаһы Ленин районында гүзәл заттарҙы ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланылар

4 мартта Өфө ҡалаһының Ленин районы Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ҙур байрам концерты уҙҙы.
4 мартта Өфө ҡалаһының Ленин районы Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ҙур байрам концерты уҙҙы. Сарала почетлы ҡунаҡтар: Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Иван Иванов һәм Мирхат Казаргулов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышының Ҡоролтай депутаты Галина Ишмухаметова ҡатнашты. Ҡотлау телмәре менән залдағыларға Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхат Казаргулов өндәште.Барыһына ла тыныслыҡ, ғаилә һәм йорт именлеге теләне.Айырым рәхмәт һүҙҙәрен һуғыш һәм тыл ветерандарына еткерҙе. – Героик эштәрегеҙ алдында беҙ баш эйәбеҙ.Бөгөн беҙҙең Ленин районында 201 тыл ветераны һәм 1 Ленинград ҡамалышында ҡатнашыусы йәшәй,- тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мирхат Закир улы. Шулай уҡ район башлығы урынбаҫары үҙ балалары кеүек үк етем балаларҙы тәрбиәләүсе күп балалы әсәләргә рәхмәт белдерҙе. Ленин районында әлеге ваҡытта 62 ҡатын-ҡыҙ етем балаларҙы опека аҫтына алған һәм 624 әсә күп балалы тип иҫәпләнә. Ведомство наградаларын тапшырыу тантанаһы күңелле байрам саралары менән дауам итте.«Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм тәрбиә эштәре буйынса почетлы хеҙмәткәре» тип исемләнгән түш билдәһе менән бүләкләнделәр:91-се һанлы гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Светлана Черняева, 1-се һанлы лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Светлана Дементьева, 8-се һанлы балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Любовь Тихан , 35-се һанлы белем биреү үҙәгенең башланғыс класс уҡытыусыһы Тамара Мятникова.Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының почетлы грамотаһы менән бүләкләнде:39-сы һанлы гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Галина Ильина, 91-се һанлы гимназияның француз теле уҡытыусыһы Мусфира Макарова.Өфө ҡалаһының Ленин районы буйынса халыҡты социаль яҡлау Республика үҙәге филиалы ветерандары,44-се һанлы поликлиниканың баш врач урынбаҫары,Өфө ҡалаһы тарих музейының төп һаҡсыһы, Өфөнөң 9-сы һанлы ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары,торлаҡ хужалығы һәм хеҙмәтте һаҡлау,хәүефһеҙлек техникаһы буйынса белгестәр төрлө кимәлдәге наградаларға лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлау өсөн иң яҡшы музыкаль коллективтар башҡарыуында концерт ойошторолдо : башҡорт халыҡ инструменттары ансамбле «Тамъян», «АНТ» төркөмө,мәҙәниәт йортоноң вокал ансамбле «Йәдкәр»,Рудольф Нуриев исемендәге БХК. Яңғыҙ башҡарыусылар араһынан яҙғы кәйеф өҫтәүселәр : Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова,балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Заһир Шагаргазин,«Исток» балалар ижады үҙәге педагогы Булат Кашапов, бейеү конкурстары лауреаты Илнар Байбулов,Динар Фәйзуллин һәм Артур Зарипов. Тантана аҙағында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернат кадеттары гүзәл заттарға сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.Байрам мәлендә ҡунаҡтарға фотоға төшөргә фотозона ла булдырылды.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA