Радий Хәбиров Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

23 февралдә Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ине.

23 февралдә Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ине.

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков, депутаттар, республика һәм муниципаль хакимиәт органдары етәкселәре, курсанттар, кадеттар, хәрби-патриотик клуб вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Республиканың күп милләтле халҡы исеменән ул Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.

Тантанала ҡатнашыусылар һәләк булған батырҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Радий Хәбиров шулай уҡ Ишимбай районы яугирҙәренә арналған стелаға сәскәләр һалды.

***

Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Башлығы «Десантсылар быуыны союзы» арт-объектын булдырыу проекты менән танышты. Десантсыларҙың өс быуынын һүрәтләгән һәйкәлде Еңеү паркында 2021 йылдың 2 августында ВДВ көнөндә асырға планлаштыралар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー