Мин иҫләйем, мин ғорурланам!

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан гимназиябыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы һәм Чечен Республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусыларҙы иҫкә алыу хөрмәтенән, китапханабыҙҙа, башланғыс класстар уҡытыусыһы Шәрифә Памир ҡыҙы Хәсәнова менән берлектә, «Мин иҫләйем, мин ғорурланам» тигән бик фәһемле осрашыу ойошторҙоҡ.
23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан гимназиябыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы һәм Чечен Республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусыларҙы иҫкә алыу хөрмәтенән, китапханабыҙҙа, башланғыс класстар уҡытыусыһы Шәрифә Памир ҡыҙы Хәсәнова менән берлектә, «Мин иҫләйем, мин ғорурланам» тигән бик фәһемле осрашыу ойошторҙоҡ. 4 г класы уҡыусыһы Рыжаков Евгений «Минең ғаиләм ил тарихында» тип аталған презентацияһы буйынса сығыш яһаны.Ҡарт олатайы Бурдин Петр Григорьевичтың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы батырлығы хаҡында бай материал туплап, классташтарына еткерҙе. Ә бына осрашыуға саҡырылған атаһы, Чечен Республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусы - Рыжаков Александр Владимирович хаҡында, бигерәк тә уның Суворов, «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеүе тураһында айырыуса бер ғорурлыҡ хисе менән һөйләне. Александр Владимирович, һәр бер яугир-интернационалист кеүек үк, Чечнялағы ауыр һуғыш мәлдәре хаҡында һөйләргә яратмай, әммә буласаҡ илде һаклаусыларға ниндәй сифаттарға эйә булырға , үҙҙәрен ҡыйыу, батыр ир-егеттәр итеп тәрбиәләргә фәһемле кәңәштәрен еткерҙе. Уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар яугирҙы. Осрашыу аҙағында китапханасы И.Р.Ғарифуллина «Герои России.Герои нашего времени» китабы менән уҡыусыларҙы таныштырҙы . Башҡортостанда тыуған, йәшәгән геройҙарыбыҙ бер ҡасан да онотолмаҫ, улар мәңге беҙҙең йөрәктә !
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー