22.02.2021
2555
Бөгөн, 22 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Өфөнөң барлыҡ райондарында ла «Ватанды һаҡлаусылар» #АвтоЧеллендж акцияһы уҙҙы. Уның асылы – автомобилдәрҙән йондоҙ фигураһын йәки «23» һанын теҙеү ине.
Акцияла барлығы 200-ҙән ашыу автомобиль ҡатнашты.
Сараны Өфө Хакимиәтенең Йәштәр эше буйынса комитеты район хакимиәттәре, Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү үҙәге менән берлектә ойошторҙо.