Туған телдәр флешмобында ҡатнашырға саҡырабыҙ

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Был һүҙҙе бөтәһе лә белә!» флешмобында ҡатнашырға саҡыралар. Халыҡ-ара туған тел көнө ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы тарафынан ойошторолоп йыл һайын 21 февралдә тел һәм мәҙәни төрлөлөктө яҡлау маҡсаты менән билдәләнә.
Туған телдәр флешмобында ҡатнашырға саҡырабыҙ
Ҡатнашыу өсөн туған телдең популяр һүҙҙәре менән таныштырған видеоролик яҙҙырып, #БылҺүҙҙеБөтәһеЛәБелә #ТуғанҺүҙҙәрДонъяһы#ТуғанТелКөнө хэштегтары менән 15 февралдән 20-һенә тиклем социаль селтәргә һалырға кәрәк. Бер роликта бер герой булырға мөмкин. Кадрҙа ул өс һүҙ менән таныштыра: 1) Һәр кем (үҙенең милләтен әйтә) … һүҙен белә», артабан кейем-һалымға ҡараған һүҙҙең мәғәнәһе аңлатыла; 2)«Һәр кем ... (милләт) … һүҙенең тәмен белә», артабан милли аш-һыуҙы аңлатҡан һүҙҙең мәғәнәһе аңлатыла; 3)«Һәр кем ... (милләт) … һүҙен ишетеп белә», артабан музыка ҡоралын аңлатҡан һүҙҙең мәғәнәһе әйтелә. Йөкмәтке Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ҡаршы килергә тейеш түгел. Интернет-акцияны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA