Өфө ҡалаһы Ленин районында ҡышҡы ярыштар үтте

Өфө ҡалаһы Ленин районында старт һыҙығына «Лыжня России — 2021»тип исемләнгән бөтә Рәсәй ярышына өс меңдән артыҡ ҡатнашыусы сыҡты.
Өфө ҡалаһы Ленин районында старт һыҙығына «Лыжня России — 2021»тип исемләнгән бөтә Рәсәй ярышына өс меңдән артыҡ ҡатнашыусы сыҡты. Ярыш киң йәйелгән «Водник» стадионында ҡышҡы спорт төрөн яратыусыларҙы һәм төрлө йәштәге профессионалдарҙы берләштерҙе. Уларҙың иң йәшенә — 4,5 йәш, иң өлкәненә — 69. Бөтәһе өсөн дә ара бер — 2021 метр. «Эффект» фитнес-клубы тренеры Зиля Губайдуллина старт алдынан разминка үткәрҙе. Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Эльза Карамурзина,Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов,Республиканың дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Галина Ишмухаметова сәләмләне. Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән һәм шәхсән үҙ исеменән Эльза Акрамова мөрәжәғәт итте. – Ысын йөрәктән һеҙҙе 39-сы асыҡ «Лыжня России — 2021»Бөтә Рәсәй күмәк ярышта ҡатнашыусыларҙы беҙҙең Башҡортостан Республикаһында сәләмләйем. Был ҡышҡы ярыш саңғы спортын һөйөүселәр өсөн ысын байрам,ваҡиға, - тип билдәләне ул. Район хакимиәте башлығы Олег Котов үҙ сығышында билдәләүенсә,изоляциянан һуң һәм пандемияға бәйле шарттар арҡаһында , спорт сараларын профессионалдар ҙа,спорт һөйөүселәр ҙә,тренерҙар һәм тоғро көйәрмәндәр ҙә һағынды. Сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итте,Башҡортостан Республикаһы дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Галина Ишмухаметова,оҙон ғүмерле булыу йылы айҡанлы,спорт менән әүҙем шөғөлләнеү-алға этәреүсе һәм уңыш юллаусы бер көрсөк тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Лыжня России — 2021» ярышы ете стартҡа бүленде: белем биреү учреждениелары уҡыусылары , хеҙмәт коллективтары, ветерандар һәм саңғы спорт эстафетаһы. Саңғы буйынса ярыш еңеүселәре Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитетының миҙалдары һәм дипломдары менән бүләкләнде. Шулай уҡ иң йәш ҡатнашыусылар махсус призға лайыҡ булды. Бына улар:Злата Сухарева һәм Артем Сагитов.Почетлы награда менән ярыштың «алтын» ҡатнашыусылары бүләкләнде:Сабит Ғарипов, Алексей Андрюменков, Ринат Хайруллин, Алсу Галиева, Рамиля Булякова,Людмила Бигаева. Ярышта ҡатнашыусылар әйтеүенсә,сараның айырыуса ҡыҙығы шунда:бөтә Рәсәй – Камчатканан алып Калининградҡа тиклем – спортсылар ҙа,һәүәҫкәрҙәр ҙә – барлыҡ саңғы спортын һөйөүселәр хәҙер «лыжняла»!
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA