Дим районы уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион-ара олимпиадала ҙур уңышҡа өлгәште

Олимпиадалар өс көн дауамында онлайн форматта үтте. 21-23 ғинуарҙа уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт дәүләт теленән төбәк-ара олимпиаданың һуңғы этабында Өфө ҡалаһының Дим районынан 12 уҡыусы ҡатнаштып бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Олимпиадалар өс көн дауамында онлайн форматта үтте. 21-23 ғинуарҙа уҙғарылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт дәүләт теленән төбәк-ара олимпиаданың һуңғы этабында Өфө ҡалаһының Дим районынан 12 уҡыусы ҡатнаштып бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһында белем алыусы 10 класс уҡыусыһы, Иҫәнғужина Эльза, (уҡытыусыһы – Ямалитдинова З.Ю.), 11класс уҡыусыһы, Пермякова Алина, (уҡытыусыһы – Усманова Р.И.), 162-се күп профилле полилингваль "СМАРТ" мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы, Ҡарабаева Лиана (уҡытыусыһы – Ҡарабаев М.И.), 9 класс уҡыусыһы Ғирфанова Гөлназ (уҡытыусыһы – Ҡарабаев М.И.), еңеүсе булды. Рауил Бикбаев исемендәге башҡорт гимназияһының 8 класс уҡыусыһы, Тотманова Таңсулпан (уҡытыусыһы – Миһранова Э.Ғ.), 10 класс уҡыусыһы Ғайсин Илсур(уҡытыусыһы – Усманова Р.И ), 161-се лицейҙың 9-сы класс уҡыусылары ,Ҡужин Сынбулат менән Умаралиева Нүрисә (уҡытыусылары – Моратшина М.Н.) олимпиаданың призерҙары. Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһының 10 класс уҡыусыһы Тәүәкәлова Камила (уҡытыусыһы – Усманова Р.И), Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының махсус призына лайыҡ булды.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA