Элвин грей Өфөлә сығыш яһаны

31 ғинуарҙа республика баш ҡалаһында мәҙәни саралар уҙҙы. Айырым алғанда, Дәүләт академия рус драма театры майҙанында Рәсәй студенттары көнөнә һәм халыҡ-ара Интернетһыҙ көнгә арналған концерт үтте.

31 ғинуарҙа республика баш ҡалаһында мәҙәни саралар уҙҙы. Айырым алғанда, Дәүләт академия рус драма театры майҙанында Рәсәй студенттары көнөнә һәм халыҡ-ара Интернетһыҙ көнгә арналған концерт үтте. Уның сиктәрендә «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» фестивале финалистары, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, шулай уҡ «Elvin Grey» лейблы артисттары халыҡты үҙ сығыштары менән һөйөндөрҙө. Сараның хедлайнеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Elvin Grey (Радик Юльякшин).

Шулай уҡ Ленин исемендәге майҙанда ҡала халҡы өсөн йәмәғәт туҡланыуы эше ойошторолған ине. Бынан тыш, битлек режимын һаҡлау сиктәрендә волонтерҙар сарала ҡатнашыусыларға битлектәр тараттылар.

Бынан тыш, бөгөн «Өфө-Арена»ла йәштәр өсөн «Молодость Fest» рэп-фестивале уҙа. Унда йәш башҡарыусылар ҡатнаша, ә уларҙы саҡырылған ҡунаҡтар – Мәскәү, Петербург, Ҡаҙан һәм башҡа ҡалаларҙан популяр диджейҙар, радио алып барыусылар, рэп-башҡарыусылар баһалай.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA