2021 йылда Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 19 километрҙан ашыу юлдарҙы төҙөкләндерәсәктәр

2021 йылда Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 19,01 км булған юл селтәренең туғыҙ участогын ремонтлау планлаштырыла, шул иҫәптән бер күсмә объект – Нуғай шоссеһы.

2021 йылда Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 19 километрҙан ашыу юлдарҙы төҙөкләндерәсәктәр

2021 йылда Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 19,01 км булған юл селтәренең туғыҙ участогын ремонтлау планлаштырыла, шул иҫәптән бер күсмә объект – Нуғай шоссеһы.

Төҙөкләндереү исемлегенә Әрмән, Ветошников, Утлауыҡ, Николай Дмитриев, Район, Эшсе, Ухтомский, Алексеевск шоссеһы урамдары буйынса юл участоктары инде. Хәҙерге ваҡытта подрядсы ойошмаларҙы билдәләү буйынса конкурс иғлан ителде. Аукциондар тамамланғандан һуң еңеүселәр менән контракт төҙөләсәк. Ә инде йылы һауа торошо башланыу менән юл эшселәре ремонт эштәренә керешәсәктәр.

Өфө-Нуғай юлын төҙөкләндереү 2020 йылда башланған ине. Айырым алғанда, үткән төҙөкләндереү сезонында Бородинская урамынан «Урал» М-5 юлына тиклемге участокта 174 000 квадрат метрҙан артыҡ майҙанда яңы асфальт йәйелгән. 2021 йылда туҡталыш майҙансыҡтарын урынлаштырыу буйынса эштәр башҡарыу планлаштырыла һәм юл ситен төҙөкләндереү дауам итәсәк.

Шулай уҡ Ибраһимов һәм Һәҙиә Дәүләтшина бульварҙарына, Парк урамына капиталь ремонт яһаласаҡ, һәм Галле ҡалаһы урамының Октябрь проспектынан Комсомол урамына яҡын участогын капиталь ремонтлау дауам итәсәк. Бынан тыш, эштәр быға тиклем башланған объекттарҙа дауам итәсәк – Комсомол һәм 8 Март урамдарын яңыртыу (2019-2021), Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү (2019-2021).

Шулай уҡ эл эшселәренең планында – Зинино ҡасабаһында транспорт сиселешен төҙөү. Хәҙерге ваҡытта проект буйынса дәүләт экспертизаһынан ыңғай яуап алынды. Бөгөн ошо юл проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса финанслау сығанаҡтары билдәләнә. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса подрядсы ойошманы билдәләгәндән һуң объектты төҙөү эштәре башланасаҡ.

Эштерҙең заказсыһы – Өфө Хакимиәтенең юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау идараһы.

2021 йылда Өфө ҡалаһында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдар» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә торған объекттар исемлеге менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA