Ленин районы хакимиәтендә уҡыу йылының тәүге ярты йылына йомғаҡ яһалды

Бөгөн, 20 ғинуарҙа, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтендә үткән видеокәңәшмәлә бүлек етәкселәре сектор, комитет, район һәм оператив хеҙмәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны.
Бөгөн, 20 ғинуарҙа, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтендә үткән видеокәңәшмәлә бүлек етәкселәре сектор, комитет, район һәм оператив хеҙмәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны. Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов етәкселеге аҫтында көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Атап әйткәндә, христиандарҙың дини байрамы буйынса саралар,территорияны ҡарҙан таҙартыу,халыҡты вакцинациялау, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү тураһында һүҙ барҙы. Көн тәртибендә«2020-2021 йылдарҙа тәүге ярты йыллыҡтағы уҡыу йомғаҡтары»тип исемләнгән доклад менән Ленин районы хакимиәтенең гуманитар һәм социаль мәсьәләләр буйынса идаралығы начальнигы Венера Ғафарова сығыш яһаны: – Декабрь айында «Демография» тип аталған проект сиктәрендә балалар баҡсаларындағы башланғыс йәштәге балаларға 18-се һанлы,138-се һанлы,шулай уҡ 10-сы һанлы белем биреү үҙәгендә 50 кешегә өҫтәмә урын асылды.2020 йылдың октябренән алып «Балалары булған ғаиләләргә ярҙам» исемле федераль проект нигеҙендә һәм «Мәғариф» исемле проект тарафынан ата-әсәләргә,3 йәшкә тиклемге балаһы булған,шәхси мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында урын алыр өсөн тәғәйенләнгән 28 сертификат бирелгән. Билдәләп китергә кәрәк,Ленин районында бөтәһе 34 белем биреү ойошмаһы бар һәм бында 22 980 мең бала тәрбиәләнә,белем ала. 11 дөйөм белем биреү учреждениеларында 12 948 бала уҡый . Лицей һәм гимназия кластары,айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеүсе кластар,инженер, медицина кластары асылған.85% юғары класс уҡыусылары профилле класта белем алалар. Оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең 2020 йылғы мәғлүмәттәр буйынсағы доклад дәүләт теле булған башҡорт телендә яңғыраны. Доклад башҡорт телендә һәм рус субтитрҙары менән алып барылды. Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов башҡорт телен популярлаштырыуҙың кәрәклеген,шулай уҡ башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уның ҡулланыу даирәһен арттырыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Оператив кәңәшмә барышында ағымдағы хәл һәм киләсәк саралар,ҡабул ителәсәк ҡарарҙар тураһында һүҙ алып барылды.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA