Өфөлә Яңы йыл шыршыларын утилләштереү буйынса «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһы башланды

Яңы йыл байрамдарынан һуң өфөлөләр шыршыларын эшкәртергә бирә алалар. 16 һәм 17 ғинуарҙа Өфөлә шыршыларҙы утилләштереү буйынса «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһы бара. Ҡала халҡы уңайы өсөн барлыҡ райондарҙа ла ҡабул итеү пункттары планлаштырылған.

2018 йылдан башлап был акция Өфө ҡалаһында уңышлы тормошҡа ашырыла. Акцияның төп маҡсаты – ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсе сеймал сифатында файҙаланыу. Белешмә өсөн, 2020 йылдың ғинуарында өс меңгә яҡын шыршы эшкәртергә тапшырылған.

Йыйылған ылыҫлы ағастар «Горзеленхоз» муниципаль предприятиеһына  һәм «Кроношпан» заводына тапшырыласаҡ.

Ағастарҙы махсус ҡорамалдарҙа ваҡлайҙар һәм килеп сыҡҡан юнысҡыны ашлама сифатында ҡулланалар. Шулай уҡ, уны тупраҡты һыуыҡтан һәм суп-сар сығыуҙан һаҡлар өсөн файҙаланалар. Бынан тыш, юнысҡыны үҫемлектәрҙе һыуыҡтан һаҡлар өсөн, экологик һуҡмаҡтарҙы ойоштороу өсөн һәм малсылыҡ хужалығында, вольерҙарҙа мал аҙығы, түшәк кеүек ҡулланалар.

Акция Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәте ярҙамында үткәрелә.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA