Хакимиәт башлығы итеп Сергей Греков һайланылды

Ҡала Советы депутаттары Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы итеп Сергей Грековты һайланылар. Был ҡарар бөгөн ҡала Советының сираттан тыш 74-се ултырышында ҡабул ителде. Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Ҡала Советы депутаттары Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы итеп Сергей Грековты һайланылар. Был ҡарар бөгөн ҡала Советының сираттан тыш 74-се ултырышында ҡабул ителде. Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө Хакимиәте башлығы вазифаһын биләү конкурсын тураһында ҡарарҙы депутаттар 2020 йылдың 16 декабрендә ҡабул иттелер. Документтарҙы 11 кеше тапшырҙы.

Беренсе этапта документтарҙы тикшергәндән һуң киләһе этапта ҡатнашырға биш кандидатҡа мөмкинлек бирелде.

Урындағы үҙидара өлкәһендә федераль, республика һәм муниципаль закондарҙы белеү буйынса белем дәрәжәһен баһалау өсөн конкурс комиссияһы «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһының эксперт комиссияһын йәлеп итте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Советҡа өс кандидат тәҡдим ителде.

Бөгөн ҡала Советы ултырышында улар депутаттарға Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫеш программаларын тәҡдим иттеләр. Һөҙөмтәлә, депутаттар Сергей Греков кандидатураһын бер тауыштан хупланы.

Өфө Хакимиәтенең яңы башлығы менән контрактҡа ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов ҡул ҡуйҙы.

Әйтергә кәрәк, Өфө ҡалаһы Уставы нигеҙендә, Хакимиәт башлығының вәкәләттәре ваҡыты Советтың ағымдағы саҡырыу вәкаләттәре осоро менән сикләнә, шулай ҙа ике йылдан да кәм була алмай.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA